Башҡорт шәле

Тулыраҡ: Башҡорт шәле

Донъяла танылыу алған башҡорт шәлен бәйләгән оҫталар исеме асыҡланды. Республика фетиваль конкурсы йомғаҡтары буйынса, был исем Ейәнсураларға бирелде. Еңеүселәр араһында Мәләүез менән Стәрлебаштан да вәкилдәр бар. Башҡорт дебет шәле Башҡортостан халҡын ғына түгел, бөтә Урал буйын, Ырымбур өлкәһен, Үзбәкстан, Алыҫ Көнсығыш, Себер, Мәскәү, Ханты-Мансы тарафтарын да йылыта. Өләсәйҙәребеҙ дебет алыу-һайлау серен, бәйләү оҫталығын ҡулдан-ҡулға тапшырған. Әлеге заманда ла был матур шөғөлдөң һаҡланып килеүе ҡыуаныслы. Пандемияға ҡарамаҫтан „Башҡорт шәле„ фестивале быйыл да ойошторолдо. Республикала ул 13-сө йыл рәттән уҙа. Быйыл унда 80-дән ашыу оҫта ҡатнаша. Шәлдәр араһында туҡылғандары айырым иғтибарға лайыҡ, тиҙәр жюри ағзалары. Башҡорт дебет шәле — биҙәү-ғәмәли сәнғәтенең бер тармағы. Был кәсеп бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш яғында һәм Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ һәм Һаҡмар райондарында киң таралған. Конурста ҡатнашырға теләүселәрҙең йылдан йыл артыуы ҡыаныслы хәл, әммә уларҙың шәлдәренә талаптар ҙа ҙур, ти Нәфисә Тулыбаева. Матур, нәзәкәтле кәзә мамығынан бәйләнгән шәлдең һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһауын табиптар күптән раҫлаған. Тамаҡ ауыртҡанда мамыҡ шәлен муйынға урайҙар. Бөйөр ауыртҡанда, радикулит борсоғанда ла билгә шәл бәйләп йөрөргә кәңәш итәләр. Башҡорт балы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт ҡурайы янында батшабикәләрҙе хайран иткән башҡорт шәле лә бар. Уның шифалы йылыһын халҡыбыҙ борондан белгән. Дебет шәл ябынған кеше баш ауртыуға бирешмй, тигән ышаныу ҙа йәшәй. Ул полиневриттан да булыша, тәндең һиҙгерлеген арттыра. Табан борсоғанда, аяҡ кейеме аҫлығына кәзә мамығы һалырға, варикоздан яфаланыусыларға ла аяҡтарына шәл урарға кәңәш ителә