Башҡортостан ниһәйәт, үҙ брендтарын кире ҡайтара. Быға тиклем башҡорт ҡурайы, башҡорт аты тигән исемдәрҙе һаҡлап алып ҡала алһаҡ, хәҙер башҡорт шәле тигән атама ла беҙҙеке, Башҡортостандыҡы. Тап ошондай документты Роспатент республикаға тапшырҙы. Ниндәй документ, һәм был рәсми ҡағыҙ беҙгә ниндәй мөмкинлек бирә. Ошо хаҡта барасаҡ һүҙебеҙ.
Студияла ҡунаҡта – республика Халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Түләбәева.