Өфөлә “Башҡорт шәле” республика фестиваль-конкурсына старт бирелде. Быйыл инде 14-се тапҡыр уҙғарылған сарала Ейәнсура, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Миәкә Бишбүләк һәм башҡа райондарҙың оҫталары ҡатнаша.
Бөгөн беҙ башҡорт шәле тураһында әңгәмә ҡорорҡа ниәтләнек. Студияла ҡунаҡта-шәл бәйләү оҫтаһы Рәйлә Алламоратова һәм филология фәндәре докторы, фольклорсы Гөлнур Хөсәйенова.