Һуңғы ун өс йылда иллегә яҡын төбәктә сусҡа тағунының меңдән ашыу осрағы теркәлгән. Республика сигендә әле махсус ветеринар патруле эшләй. Ә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡур сусҡаларын атыу өсөн өҫтәмә илле лицензия биргән. Республика хужалыҡтарында вируслы ауырыу таралыуына юл ҡуймау маҡсатында тағын ниндәй эштәр башҡарыла? Һәр анализ бик ентекләп тикшерелә. Махсус пакеттарҙағы биологик материалдар төрҙәре республиканың төрлө райондарынан килә. Махсус лабораторияла анализ һөҙөмтәләре уртаса дүрт сәғәт эсендә әҙер була. Башлыса, вирустарҙы таратыусы – ул ҡыр сусҡалары. Белгестәр билдәләүенсә, тап улар вируслы ауырыуҙы бер-нисә йөҙ саҡрым алыҫлыҡҡа тиклем тарата ала. Шул сәбәпле, һунарсыларға ҡыр сусҡаларын атыу өсөн өҫтәмә 50 лицензия бирелгән. Ә сусҡа аҫыраған комплекстар ябыҡ режимда эшләй. Үткән йылдың декабрь аҙағында күрше Татарстандың егерме өс районында Африка тағуны таралыу сәбәпле карантин иғлан ителгәйне. Әле Башҡортостанға вируслы ауырыу таралмаһын өсөн республика сигендә махсус ветеринар патруль эшләй. Шулай уҡ вируслы ауырыу таралыуына юл ҡуймау маҡсатында һәр сусҡа комплексы янында буфер зоналары билдәләнгән. Уға ярашлы биш, ун, егерме саҡрым радиуста сусҡа малын тотоу ҡәтғи тыйыла. Африка тағуны бик сыҙамлы вирус — продукттарҙа һәм һыуҙа айҙар дауамында һаҡлана, туңдырыу һәм киптереү уға йоғонто яһамай. Ул юғары температурала ғына юҡ ителә, ти белгестәр. Шуға ҡатнаш аҙыҡ һәм сусҡасылыҡ продукцияһын ташыған автомобилдәр һәр ваҡыт дезинфекция үтә. Шәхси хужалыҡтарҙа сусҡа малын тотоусылар өсөн дә махсус нормативтар ҡаралған. Уға ярашлы ветеринария хеҙмәткәрҙәре ай һайын тикшереүҙәр үткәрә. Илдең ауыл хужалығы һуңғы бер-нисә йыл эсендә яҡынса миллион баш сусҡа юғалтҡан, зыян биш миллиард һумға еткән.
Республикаға африка тағуны киҙеүе янай
Тулыраҡ: Республикаға африка тағуны киҙеүе янай