Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған

Тулыраҡ: Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған

Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар. Саперҙар, радистар һәм снайперҙар... Үҫмер егет һәм ҡыҙҙар махсус уҡыу үткәндән һуң, партизандарға ярҙамға фронтҡа ебәрелгән. Яу яланынан һирәктәр генә әйләнеп ҡайтҡан, ә ҡалғандарының яҙмышы билдәһеҙ ҡалған. Оҙаҡ йылдар улар тураһындағы тарихи мәғлүмәттәр йәшерен булған. Эҙәрмәндәр яңы ғына уникаль документтарға юлыҡҡан. Шулай ҙа, “Хәтер китабы” аша ҡайһы бер ирекмәндәр тураһында белергә мөмкин. Мәҫәлән, Чуйко Алексей Кирилович 1924 йылда тыуған, Өфөлә йәшәгән. “Ватан өсөн” тип исемләнгән партизандар отрядында иҫәпләнгән. Харьков өлкәһенең Крутая ауылында ерләнгән. Шулай уҡ, Пахомова Валентина Семеновна тураһында ла мәғлүмәт бар. Ул шартлатыусыларҙың махсус мәктәбендә уҡыған. Аҙаҡ башҡа партизандар менән бергә әсирлеккә алынған. Әммә хәрби серҙе һатмаған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа алынған комсомолдар хәрби коммиссариаттарҙа теркәлмәгән. Шуға улар тураһында мәғлүмәттәрҙе бөртөкләп эҙләргә тура килә. Ысынлап та, 42-се йылдың майында Өфөнән Сталинградҡа эшелон ебәрелгән. 3700 комсомол ҡыҙҙар Ҡыҙыл Армия сафын тулыландырған. Уларҙың нисәүһе кире әйләнеп ҡайтыуы билдәһеҙ. Республиканың милли архивындағы ҡағыҙҙар менән эш итергә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ярҙам итә. Тарихҡа билдәле булмаған яңы биттәрҙе асып, документтарҙың күсермәһен улар “Халыҡ хәтере” интернет-порталында урынлаштыра. Күп материалдар “Хәтер китабы”-ның 23-сө томында ла баҫтырыласаҡ.