Башҡортостанда уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһында COVID-19 сирен йоҡтороу осраҡтары йышайҙы. Был хаҡта фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Аныҡ һандар билдәләнмәй. Радий Хәбиров хәлде етди күҙәтеүгә алырға ҡушты. Республика башлығы Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға коронавирусҡа бәйле мәғлүмәттәр тураһында хәбәр иткәндә мәктәптәр, урта һәм юғары һөнәри белем биреү йорттарындағы хәлде айырым билдәләргә ҡушты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, ҡарарҙар динамикаға ҡарап ҡабул ителәсәк.
Мәктәптәрҙә COVID-19 тарала
Тулыраҡ: Мәктәптәрҙә COVID-19 тарала