Башҡортостанда COVID-19 вирусының таралыу тиҙлеге кәмеүгә бара. Был турала кисә төбәк башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Уның әйтеүенсә башлыса 50 йәшкә тиклемге граждандарҙың коронавирусҡа тестары ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. 65 йәштән өлкәндәрҙең дә был йәһәттән һаулығы хәүеф аҫтында, улар өсөн артабан да үҙизоляция режимы һаҡлана. Оператив кәңәшмәлә тағы ла сауҙа үҙәктәрен асыу тураһында һүҙ барҙы. Туҡландырыу урындары һәм кинотеатрҙар шулай ҙа әлегә ябыҡ ҡаласаҡ. Төбәктең фитнес-үҙәктәренә лә асылырға рөхсәт бирелмәй. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров профессиональ спортсыларға шөғөлләнә башларға кәрәк тине. Тик гигиена һәм хәүефһеҙлек сараларын күреү мөһим. Эпидемиологик хәлдең яҡшырыуы балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ. 1 июлдән һауыҡтырыу һәм мәктәп яны хеҙмәт лагерҙары эшләй башлауы ихтимал. Быға тиклем уларҙы асыу 13 июлгә тәғәйенләнгәйне. Төбәк етәксеһе, хәлдең ниндәй булырына ҡарамаҫтан, лагерҙарҙы әҙерләргә ҡушты.