Был вирустан һаҡланыуҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Табиптар ҙа мәкерле сир менән үҙҙәрен аямайынса көрәшә. Ике сабыйын да Динара Ленник өҙөлөп һағына, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ғаиләһе менән телефон аша ғына һөйләшергә тура килә. Бер-нисә көн элек ханым әсәһе менән короновирус йоҡтороп Өфөнөң һигеҙенсе клиник дауаханаһына эләгә. Улар әлегә икеһе ике палатала ята. Яҡын кешем менән күрешкәнем дә юҡ, тип һөйләй күҙ йәштәре аша ханым.Тәүҙә тән температураһы күтәрелде, һуңынан йүтәлләй башланым, хәл бөтөнләй юҡ ине, тип иҫләй ул.
Дауахана палатаһында ятыусы һәр бер пациент тап ошондай симптомдар менән эләккән. Үлем менән йәшәү араһында янған пациенттар табиптарға күҙ йәштәре аша рәхмәт белдерә. Көн һайын система һәм укол. Короновирус менән ауырыусылар бындай процедураларға күнегеп бөткән, күрәһең. Ә бит табиптар был дауаланыу ысулдарын һауа ла үткәрмәгән кейемдә эшләргә мәжбүр. Был махсус кейемдә беҙ әле яҡынса 15-20 минут тирәһе генә йөрөйбөҙ. Ошо арала ғына бөтә тән тирләп бөттө, хәл дә юҡ тиерлек. Ә бына табиптарҙың сәғәттәр буйы ошондай кейемдә йөрөүе, әлбиттә, аптырата. Өҫтәүенә, улар пациенттар менән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға тейеш. Әле Өфөнөң һигеҙенсе клиник дауаханаһында 160-тан ашыу кеше ковид-19 сире менән ята. Бер көн эсендә генә дауаханаға егермеләгән кеше килә, ти табиптар.
Үпкәләре 80-90 процентҡа зарарланыусыларҙы кислородҡа тоташтырғандар. Яһалма елләтеү аппаратында, күбеһенсә, оло кешеләр. Уларҙың хәлен аҡ халатлылар гел тикшереп тора. Ә был бүлексәлә иһә, пациенттың эске ағзаһына операция яһайҙар. Ҡулда өс ҡат бирсәткә, күҙлек, битлек һәм әлбиттә шул уҡ кейем. Операцияны бындай ҡыйынлыҡтар менән тәжрибәле хирургтар ғына эшләй ала.Тән температураһы юғары булып, йүткереп йонсоған пациенттар республика клиник дауаханаһына үпкәһен тикшертергә килә. Пациенттар араһында йәштәр ҙә юҡ түгел.
Пульмонологтар компьютер аша үпкәнең нисә процентҡа зарарланғанын тикшерә. Коронавирус раҫланмаған осраҡтар ҙа бар. Һәр бер пациенттан һуң медицина хеҙмәткәрҙәре бүлмәне дезинфекциялап сыға.Аҡ халатлы белгестәргә короновирус йоҡтороусылар менән йыш бәйләнешкә инергә тура килә, шуға ла табиптар араһында ла ауырыусылар бихисап. 26 йәшлек анестизиолог Валерий Сахаров, мәҫәлән, короновирусты дауаханала йоҡторған. Үҙизоляция, система, компьютер томографияһы-быларҙың барыһын да үтергә тура килде, ти ул.
Бронхит, йөрәк, ҡан баҫымы, шәкәр диабеты, бөйөр хроник сирҙәре менән яфаланыусылар короновирусты ауыр үткәрә, тип билдәләй табиптар. Тын алыуы ауырлашҡанда, температура күтәрелгәндә һәм йүткерә башлаған осраҡта бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалырға тәҡдим итә улар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда бөтәһе 5775-тән ашыу кешелә короновирус табылған. Шуларҙың 3520-һе дауаханан сығарылған.
Үҙебеҙҙең генә түгел, яҡындарыбыҙҙың да һаулығы беҙҙеү ҡулда. Шуға ла урам буйы, сауҙа үҙәктәрендә мотлаҡ битлектә йөрөргә һәм ҡулдарҙы дезинфекцияларға кәңәш итә табиптар.