Табиптар ревакциянация үтеүҙең әһәмиәте хаҡында билдәләй. Йәшәү урынына ҡараған поликлиникаларҙа прививка яһатырға һәм Дәүләт хеҙмәте порталы аша яҙылырға мөмкин. Инфекционистар билдәләүенсә, ковидтың яңы төрө "омикрон"ға ҡарағанда ла тиҙерәк тарала. Уның тәүге билдәһе – тамаҡ ауыртыу, шунан ғына баш ауырта һәм температура күтәрелә. Миҙгел ауырыуы – гриптың да ҡоторған мәле. Өлкән йәштәгеләр араһында ковидтан ғына түгел, ә был мәкерле вирусҡа ҡаршы ла прививка яһатыусылар байтаҡ.
Республикала коронавирус менән ауырыусылар арта
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ковидҡа ҡаршы әүҙем прививка эшләтергә саҡыра