Тынысланырға иртәрәк

Тулыраҡ: Тынысланырға иртәрәк

Республикала коронавирусҡа бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала. Тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда үҙ ҡурсаланыу шарттарын үҙгәртергә әлегә сәбәптәр юҡ. Коронавирус һаман да үҙ көсөндә ҡала. Тап шуға күрә, медицина битлектәрен ҡулланырға, именлек сараларын тейешенсә үтәү кәрәк. Мәктәп яны һәм ҡала яны лагерҙарын асыу ҙа кисектерелә. Республика башлығы Радий Фәрит улы әйтеүенсә, әлегә лирик һүҙҙәр һөйләргә ныҡ иртә.

Бынан тыш, психоневрология дауаханаларында ла КОВИД 19 вирусын йоҡторған сирлеләр һаны арта. Республикала коронавирус менән бергә йәнә лә бер афәт йөрөй. Ул иҫерек водителдәр. Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда ғына спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң, машинала йөрөгән 800 самаһы водитель тотолған.Ут сығыу осраҡтары кәмемәһә лә, янғындарҙа һәләк булғандар һаны аҙайған. Шуныһы бар, Башҡортостанда йәй миҙгелендә 40 кеше һыуға батып үлгән. Ҡорбандарҙың 35-е йылға-күлдәргә иҫерек килеш төшкән.

Донъяла коронавирус ҡоторған мәлдә, Башҡортостанда был талаптарға яраҡлашыра бурыслы. Дауаханаларҙың айырым режимда эшләүен иҫәпкә алғанда, өлкән йәштәгеләрҙе клиникаларға һалыуҙа ҡатмарлыҡтар бар. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында был мәсьәлә лә айырым иғибарҙа булды. Ғөмүмән, “Демография” милли проекты сиктәрендә, Башҡортостандың социаль өлкәһендә яңы үҙгәрештәр буласаҡ. Әлегә, тәүге һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел. Башҡортостанда ярты йылда тыуған балалар һаны 20 меңдән ашыу.

Һандар, әлбиттә, былтырғы менән сағыштырғанда кәмерәк. Мәҫәлән, ЭКО ярҙамында быйыл ғына 330 сабый донъяға килгән. Тик тынысланырға иртәрәк. Радий Хәбиров ошо фекерҙә. Бөгөн тыуымдың кәмеүе туҡтатылыу шатлыҡлы күренеш. Донъяға килгән бәпестәр ғаиләлә беренсе бала түгел. Ә өсөнсө, дүртенсе сабыйҙар. Коронавирус һәм уға бәйле сикләүҙәр ҡайһы бер тармаҡ өсөн файҙалы буласаҡ.

Мәҫәлән, эске туризм өлкәһе. Башҡортостанда сәйәхәтселәр һаны өс тапҡырға артҡан. Утыҙ беренсе августҡа тиклем төбәктәге иң билдәле урындарҙағы бөтә ҡунаҡханаларҙағы бүлмәләр буш түгел. Августа Башҡортостанда социаль йүнәлешле форумдар ҙа үтәсәк. Республикала үткәрелгән саралар демография мәсьәләләренә арналасаҡ.