Радий хәбиров билдәләүенсә, әле уға етди әҙерлек бара. Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин.
Дүшәмбеләге оператив ултырыш, ғәҙәттәгесә, республика менән идара итеү үҙәгендә түгел, ә Хөкүмәт йортонда уҙҙы. Уның сәбәбе – Башҡортостан башлығы менән тура эфирға әҙерлек. Тағы ла бер яңылыҡ тураһында әйтергә кәрәк. Бөгөндән Ҡалтасы районы хакимиәтендә
яңы башлыҡ. Район эшмәкәрлеге өсөн Илнур Хәтмуллин яуаплы. Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда креатив индустрия тармағы үҫтереүгә яңы факторҙары билдәләй. Ул, тәү сиратта, субьектта иҡтисадтың ошо йүнәлешен камиллаштырыуҙы бурыс итеп ҡуя.
Университеттар, үҙәктәр – уларҙың барыһы ла етди тикшереү. Тиҙҙән улар ҡағыҙҙа рәсми имзаланасаҡ.Ә бына республиканың башҡарма власть органдары һәр ваҡытта халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләргә тейеш. Шаршамбыла, Башҡортостан башлығы менән сираттағы, алтынсы тура эфир ҙа ошо мәсьәләләрҙе беренсе урынға ҡуя.
Оператив кәңәшмәлә даими ҡаралған мәсьәләләр бар. Махсус хәрби операция, унда ҡатнашыусылар көнүҙәк булырға тейеш. Маҡсат – алғы фронттағыларға булышлыҡ күрһәтеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ти Радий Хәбиров. Башҡортостан алғы һыҙыҡтан ҡайтыусыларға тыныс
тормошта урын табырға ярҙам итеүҙе беренсе урынға сығара. Уларҙың береһе – эш урындары. Вице-премьер Руслан Хәбибов һүҙҙәренә ҡарағанда, республиканың ошо йәһәттәге тәжрибәһе Рәсәйҙә өлгөлө, тип танылды. Республика башлығының йәнә бер белдереүе иғтибарға
лайыҡ.
Башҡортостан етәксеһе дауаханаларҙа пациенттарҙы туҡландырыуҙы тикшереүҙе камиллаштырырға бойора. Махсус комиссия яҡын арала дауалау учреждениелары ашханаларын тикшереүгә сығасаҡ.
Дүшәмбе ултырышында Башҡортостандың студенттар отрядтары эшенә лә баһа бирелде. Республикала был йәһәттән бихисап проекттар бойомға ашырыла. Студенттар, өсөнсө семестрҙа, мәҫәлән 545 миллион һум аҡса эшләгән. Тиҙҙән, Башҡортостан башлығы республика студенттарының төҙөлөш отрядтары вәкилдәременән осраша. Был әңгәмә 20-се ноябюрь Өфөлә, көрәш һарайында буласаҡ.







