Башҡортостан театрҙары артабан да "Алтын битлек" премияһын даими яулауына ышаныс бар

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Театраль награда "Нур" һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрҙары труппаларына Омскиҙа бирелде. Ултырышта шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы сәнғәт эшмәкәрҙәренә лә юғары исемдәр тапшырылды. Тулыраҡ мәғлүмәттәр хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин яҙмаһында.

Башҡортостан башлығы республика йәштәре менән шәхсән осраша. Был әңгәмә алдағы шәмбе Өфөлә, Ағиҙел ярында, “Йәштәр көнөнә” арналған байрам сиктәрендә көтөлә.

Ә Башҡортостандың коммуналь хеҙмәттәре иһә республиканың көньяғында булған тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәләре менән көрәшә. Көслө дауыл арҡаһында Ейәнсура менән Күгәрсен райондарында һаман да тиҫтәләрсә ауыл утһыҙ ҡала. Ғөмүмән, бөгөн 6 район дауыл һөҙөмтәләре менән көрәшә. Электр линияларын һуҙыу, ҡыйыҡтарҙы ҡайтанан ябыу менән бер рәттән, юлдар тураһында онотрға ярамай.

Йәй миҙгелендә траассаларҙы ремонтлау, яңыларын һалыу өсөн ҡаҙнала аҡса ла бар. Әммә, бөгөн эштәрҙе тиҙләтергә кәрәк. Юлдар тигәндә, республика башлығы Затон күперендә транспорт хәрәкәтенең ҡатмарлашыуын иҫкәртә.

Сәбәбе, обьектты ремонтлау. Республика бөгөн "Башҡорт оҙон ғүмерлеге”" программаһына иғтибарҙы кәметмәй. Социаль проект үҙен тулыһынса аҡлай. Тиҙҙән, Башҡортостан граждандары дәүләт бүлгән аҡса менән Үзбәкстанға бара аласаҡ.

Ә бына Рәсәй субьекттарына килгән меңдән ашыу бала фольклориаданы көтә. Ил кимәлендә өсөнсөгә уҙғарылған ҙур форум Башҡортостан өсөн тәүге тәжрибә. Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов әйтеүенсә, йәш артистарҙың сығышы Өфөләге иң ҙур парктарҙы ла биҙәйәсәк. Байрам осоронда балаларҙың һәм йәмәғәттең именеге беренсе урында булырға тейеш. Радий Хәбиров был мәсьәләгә айырым иғтибар бирергә саҡыра.

Дүшәмбе ултырышында шулай уҡ, республиканың аграр секторында уңышлы эшләгән предприятиеларҙың береһе вәкилдәре лә ҡтанашты.