Киләһе аҙнанан йома һәм шәмбе өмәләренең һөҙөмтәләрен дә тикшереү башлана, тине Республика етәксеһе. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин репортажы.
Башҡортостанда социаль обьекттар һаны арта. "Ҡарағайҙар" биҫтәһендәге мәғариф учреждениеһы ошо исемлектән. Сиратағы ошондай комплекс бөгөн Өфөлә эш башланы. Бинала 6 төркөмдәге сабыйҙар тәрбиләнәсәк. Республиканың социаль тармағында йәнә бер үҙәгреш көтөлә. Киләһе аҙнала Әбйәлилда поликлиника үҙ ишеген аса. Дүшәмбе ултырышында иғлан ителгән тағы бер яңылыҡ иғтибарға лайыҡ. Өфө менән Һамар араһын хәҙер электричка тоташтырһа, тиҙҙән Белоретҡа ла “Финист” юл ала. Иҙелбашына тиклемге юлды состав 4 сәғәттә үтә ала. Артабан иһә ошондай составтар Магнитогорск вокзалында туҡтаһа, проекттың һуңғы нөктәһе - Сибай.
Тиҙ йөрөшлө составтар ғына ҡыҙыҡһындырмай бөгөн Башҡортостан халҡын. Республика көйәрмәндәре “Салауат Юлаев” һәм “Автомобилист” клубтарының сираттағы осрашыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Өфө клубы Екатеринбургҡа, әлбиттә, электричка менән бармай. Баш ҡала командаһының был матчы дәүләт кимәлендәге сәйәсәт.
Башҡортостан башлығының район-ҡала хакимиәттәре етәкселәренә үтенесе түгел, талабы бар. Субьект таҙа булырға тейеш. Бының өсөн “шәмбе өмәләренең” юғары кимәлдә ойошторолоуы шарт. Майҙың беренсе шәмбеһендә иһә субьектта мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө уҙа.
Таҙартыу, таҙартыу һәм тағы бер тапҡыр таҙартыу. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова билдәләүенсә, экология өмәләренең һөҙөмтәһе бар кеүек. Әммә, уларға бөгөн юғары баһа бирергә әле иртәрәк.
Һауа торошоноң тотороҡлоғо сәбәпле, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында йылытыу миҙгеле тамамлана. Был кампанияға аҙна аҙағында йомғаҡ яһала.
Йылытыу миҙгеле имен уҙҙы быйыл Башҡортостанда. Граждандарҙан ялыуҙар кәмеһә лә, халыҡтан юлдар буйынса ризаһыҙлыҡ артҡандан арта. Республика етәксеһе әйтеүенсә, бындай күренеш хәҙер туйҙыра башланы.
Хөкүмәт был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә. Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, юлдарҙы ремонтлауға быйыл 25 миллиард һум ҡаралған.
Юлдарһыҙ икмәк, икмәкһеҙ юлдар булмаясаҡ. Быныһы көн кеүек асыҡ. Республиканың аграр субьект икәнлеген дә оноторға ярамай. Башҡортостан бөгөн сәсеү эштәренә әҙерләнә. был кампанияны яҡынса 2 милллон 700 мең гектарҙа үтәп сығырға кәрәк.
Һәм әлбиттә, иғтибар үҙәгендә – яҙғы ташҡын. Республика етәксеһе республикала ҙур һыуҙы имен уҙғарыу өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнергә тейеш.







