Гирляндаларҙың дөйөм оҙонлоғо ғына 370 километр самаһы буласаҡ. Ошо хаҡта оператив ултырышта белдерелде. Радий Хәбиров етәкселегендәге кәңәшмә һәм унда ҡаралған мәсьәлләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин.
Башҡортостан йәнә еңеү яулай. Республика уҡыусылары, спортсылары Рәсәй һәм донъя кимәлендәге турнирҙарҙың алтын миҙалдары менән бүләкләнде. Исемлектә "Абилимпикс" ярышы ла бар. 74 кешенән торған команданың ҙур һөҙөмтәһе тырышлыҡ, ти Салауат педагогия колледжы директоры Зөлфиә Ишембәтова.
Ә аҙнаның тәүге көнөндәге яңылыҡтарҙың береһе иһә – Башҡортостан башлығының республика халҡы менән тура эфирҙағы әңгәмәһе, уның һөҙөмтәләре. Шишмәләге Әлкә ауылында йәшәүселәр, мәҫәлән, мәктәп уҡыусыларын автобус менән ташыу өсөн водитель юҡлығына зарланғайны. Мәсьәләгә яуап 3 көндә табылған.
Ә тиҙҙән Көйөргәҙеләге Павловка ауылындағы фельдшер акушерлыҡ пунктың яңыртырға тейештәр. Урындағы халыҡтың мөрәжәғәтенә ҡолаҡ һалған Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Башҡортостандың мәғариф системаһының тағы бер яңылығы. Республикала балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм үткәреү юң юғары баһа алған.
Опертив һандар ҙа аталды дүшәмбе кәңәшмәһендә. Мәҫәлән, иҫерек килеш машина менән идара итеүселәр һәм улар тарафынан яһалған авариялар. Улар араһында үлем менән тамамланғандары юҡ түгел.Ғөмүмән, республика бөгөн көндәлек мәсьәләләр генә түгел, киләсәге тураһында ла уйлай.
Башҡортостан яңы йылға әҙерләнә. Байрамды лайыҡлы ғына түгел, ә сағыу итеп ҡаршылау өсөн дә бөгөндән хәстәрлек күреү кәрәк. Урбанизм һәм башҡалар һәм башҡалар. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова төрлө арт-обьекттар һәм иң мөһиме – тере шыршылар вәғәҙәләй. Тик тәбиғәт кенә байрам кәйефен боҙоуы ихтимал. Башҡортостанда декабрь башына тиклем ҡар көтөлмәй.
Раштыуа алдынан республика тағы ла бер бүләк әҙерләй. Башҡортостан алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙған 3 гуманитар конвой оҙатасаҡ.







