Беҙҙең тырышлыҡты саманан тыш артыҡ йөк тейәгән машиналар юҡҡа сығара, тине Радий Хәбиров һәм цифрлы накладнойҙар эшләргә ҡушты. Мәсьәләне хәл итеү өсөн 1 октябрҙән Башҡортостан юлдарын һаҡлау программаһы башлана. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләргә хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин байҡау яһаны.
Әгәр ҙә һиңә өргән эттәргә таш бәрергә туҡтаһаң, маҡсаттыңа ирешә алмаясаҡһың. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе кәңәшмәһендә белдерҙе. Уның сәбәбе лә бар, йәнәһе лә, республика етәксеһе иң ҙур предприятиеларҙың береһе иҫәбенән аҡса алып, сит илгә күсергән. Транштарҙың суммаһы 263 миллион һумға яҡынлай. Бы турала телеграмм каналдар, айырым сайттар ҙа яҙып сыҡҡан. Радий Фәрит улы мәғлүмәттәрҙең ялған булыуын айырым билдәләй.
Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, "Башкиравтодор" предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең сит илгә ҙур сумма күсереүенә бәйле һорау һалым органдары тарафынан да тикшерелә. Тик мәғлүмәттәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Башҡортостан башлығы уға ҡарата мәғлүмәти һөжүм сәбәптәрен, шул уҡ ваҡытта, ошондай һөжүмде ойоштороусыларҙы ла атаны.
Сәйәси һөжүмдәргә ҡарамаҫтан, Башҡортостан киләсәккә сәйәси маҡсаттарҙы билдәләй. Республика Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре лидерҙарын ҡаршыларға тейеш. Бының өсөн теүәл 2 йыл бар. Ғөмүмән, дүшәмбе ултырышында "Башкиравтодор" ширҡәтенә бәйле яңылыҡтар күп булды. Уларҙың береһе предпритяие тарафынан юл ҡатламын һаҡлау буйынса талаптарҙың бөтөнләй үтәмәүе. Әгәр ҙә ошо мәғлүмәт раҫлана икән, ойошма етәксеһен бөгөндән эштән ҡыуасаҡтар.
Башҡортостандағы иң тыныс тармаҡ – ауыл хужалығында бөгөн эш ҡайнай. Игенселәр ураҡ кампанияһының аҙағына яҡланлаша. Әлегә баҫыуҙарҙың 96 процентында иген йыйып алынған. Башҡортостан бөгөн химия, нефтехимия тармағында өҫтөнлөклө проекттарҙы билдәләй. 2019-сы йылдан алып ҙур бизнес Республикаға ярты триллион һум самаһы аҡсаһын бүлгән. Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Моратов әйтеүенсә, һөҙөмтәләр юҡ түгел.
Ә бына Башҡортостандың Рәсәй субьекттарындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллектәрен етәкләүселәрҙең эштәренән бушатыуҙары ла бар. Сәбәбе ябай – улар республикаға инвесторҙар йәлеп итә алмаған.Республика алдында әле яҡынса 7 ай ярымға һуҙыласаҡ ҙур кампания тора. Ул йылытыу миҙгеле. Башҡортостанға ошо арауыҡты имен уҙғарыу өсөн 4 миллиард ярым һумлыҡ әҙерлек кәрәк булған. Дүшәмбе ултырышында шулай уҡ Башҡортостандың бизнес-шериф институттарының бөгөнгө хәленә лә ентекле анализ яһалды. Туғыҙынсы октябрҙә Өфөлә яңыртылған Ленин паркы асыла. Ошо уҡ көндә Миҙхәт Шакировҡа ла һәйкәл ҡуйыласаҡ.







