Өфөлә Ленин паркы 11 октябрҙә асыла

Республика көнөнә был ҙур бүләк. Был хаҡта Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
  • Өфөлә Ленин паркы 11 октябрҙә асыла

Ул шулай уҡ Өфөлә балалар өсөн ҙур һәм заманса яңы дауахана төҙөү кәрәклеге тураһында ла әйтте. Ултырышта ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин.

Башҡортостандың суд приставтары хеҙмәтенең яңы етәксеһе исеме аталды. Вазифаны хәҙер Дмитрий Бровченко башҡара. Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, ведомство федераль органдар менән һәр саҡ даими, тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Республика башлығының тағы бер белдереүе айырым иғтибарға лайыҡ. Ул “Өфө” халыҡ-ара аэропорты эшенә бәйле. Баш ҡаланың һауа вокзалы Рәсәй Президентының айырым күрһәтмәләрен бойомға ашырыуға яуаплы ҡарай.

Бөгөнгө шарттарҙа Башҡортостан халҡы именлеге беренсе урында. Пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүмен ҡағыу, алдан иҫкәртеү тәүге урында. Миҫал итеп, Радий Хәбиров уҙған аҙнала булған ваҡиғаларҙы килтерә.

Шул уҡ ваҡытта, пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғынды һүндереүҙә “Ка” маркалы вертолеттарын ҡулланыуҙы онотмаҫҡа саҡыра республика башлығы.

Именлек, дөрөҫөрәге балаларҙың хәүефһеҙлегенә бәйле мәсьәлә Ишембайҙа, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә айырым ҡараласаҡ. Форум был йома старт ала.

Ә игенселәрҙең иһә икенсе хәстәре. Башҡортостанда ураҡ кампанияһы үтә ауыр шарттарҙа бара. Ямғырҙар сәбәпле, баҫыуҙарҙа техника тулы ҡеүәткә эшләмәй. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөнгә хужалыҡтар яңы уңыштың миллион 400 мең тоннаһын ырҙын табаҡтарына ташый алған.

Радий Хәбиров республикала балалар өсөн тағы бер ҙур дауахана кәрәклеге тураһында белдерҙе. Был клиника көн талабы.

Ә бына “Уңайлы ҡала мөхите” иһә балалар ҙа, өлкәндәр өсөн дә мөһим. Башҡортостан киләһе 2 йылда ошо йүнәлештә тағы 5 программаны бойомға ашыра. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова әйтеүенсә, проектҡа Стәрлетамаҡ, Туймазы, Благовещен, Яңауыл ҡалалары ҡушыла. Ә Малаяҙҙың үҙәк майҙаны киләһе йылдан танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеше бөгөн йәштәр ҡулында. Был тәү сиратта яңы ғилми эҙләнеүҙәргә ҡағыла. Республиканың фән һәм юғары белем биреү буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина әйтеүенсә, проекттар төрлө өлкәләрҙе үҙ эсенә ала.

Ә бына беренсе сентябрҙән иһә Рәсәйҙә яңы финанс тәртип үҙ көсөндә. Ул “һанлы һум”. Был мәсьәлә йәмғиәттә күп кенә аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра.

Башҡортостандың Милли банкы рәйесе Марат Кашапов әйтеүенсә, граждандар был система менән ҡулланыу-ҡулланмауҙы шәхсән хәл итергә тейеш.

Ултырышта шулай уҡ транспорт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендәге оператив мәғлүмәттәр ҙә аталды.