Республика Башлығының яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указына үҙгәрештәр индерелде. Бынан ары йоғошло сир билдәләре менән Рәсәйгә килгәндәр, ауырыу йоҡторған кешеләр менән аралашҡандар, дауахананан тыш пневмония, грипп һәм ОРВИ диагнозы ҡуйылған сирлеләр мотлаҡ коронавирусҡа анализ бирергә тейеш. Шулай уҡ балалар йорттарында, иректән мәхрүм итеү урындарында, ҡарттар йорттарында һалҡын тейҙереү билдәләре барлыҡҡа килгәндә, 65 йәштән өлкәндәр респиратор билдәләре менән мөрәжәғәт иткәндә уларға яңы коронавирус инфекцияһына тест уҙғарыла. Социаль учреждение хеҙмәткәрҙәре вахта ысулы менән эшләгәндә смена башланыр алдынан анализ бирергә тейеш. Шулай уҡ коллективтарҙа өс һәм унан күберәк осраҡ теркәлһә, балаларҙы коронавирусҡа тикшерәсәктәр.
Ковидҡа бәйле үҙгәрештәр
Тулыраҡ: Ковидҡа бәйле үҙгәрештәр