Санитар талаптар коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙең иң ябай һәм еңел юлы. Инеү бер, сығыу икенсе урында, битлек, бирсәткә, дезинфекция саралары һәм социаль дистанция – республиканың күп функциялы үҙәктәрендә хәүефһеҙлек талаптары теүәл үтәлә. Сөнки бында көнөнә 10 меңдән ашыу кеше килә. Документ ҡабул итеү-тапшырыу нөктәләрендә өҫтәл-ултырғыстар ике сәғәт һайын йыуып, санитайзерҙар менән эшкәртелеп тора. Хеҙмәткәр бүлмәләрендә һауа сафландырыу ҡоролмалары даими эшләй. Халыҡты ҡабул иткән ойошмаларҙа хәүефһеҙлек саралары теүәл үтәлһә, кешеләрҙең барыһы ла талаптарҙы үтәргә ашыҡмай. Ковид19 -ҙы инҡар итеүселәр йәмәғәт транспортында йыш осрай. Сауҙа үҙәктәрендә иһә битлеген өйҙә ҡалдырған һатып алыусылар ҙа, һаҡланыу сараһы тураһында онотҡан һатыусылар ҙа бар. Был хәлгә йыуаш һаҡсылар ҙа булышлыҡ итә. Бинаға ингән урында улар һәр кемде иҫкәртергә бурыслы. Республика башлығының контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, бер тәртип боҙоу икенсеһенә юл ҡуя. Нефтекамалағы сауҙа үҙәктәренең береһендә ҡайһы бер һатыусылар битлекте исем өсөн генә йөрөтә. Был һаҡланыу сараһын ауыҙ-танауҙы тулыһынса ҡаплап, дөрөҫ кейергә кәрәк. Республиканың сауҙа һәм ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре тәртип боҙған һатыусыларҙы Өфөлә лә асыҡланы. Йәмәғәт урындары даими күҙәтеү аҫтында булһа, был майҙанда тикшереү-контроль комиссия көтөлмәгән хәл. Төҙөлөштә мәшғүл хеҙмәт мигранттары битлек кеймәгән, тән температураһын иҫәпләр термометр ватылған, дистанция билдәләре юҡ. Вице-Премьер Ирек Сәғитов кәмселектәрҙе ярты көн эсендә төҙәтергә ҡуша. Юғары әҙерлек режимы барышында ведомство-ара рейдтар ғәҙәти күренешкә әйләнә. Республика предприятиелары бындай тикшереүҙәрҙе тыныс ҡабул итә. Әммә талап үтәлмәгән осраҡтар бар. “Рәсәй” медиаүҙәгендә ойошторолған матбуғат конференцияһында табиптар, күҙәтеү һәм профилле орган вәкилдәре Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынә бәйле хәлгә байҡау яһаны. Төбәктә сир таралыу индексы 0,8 процент. Республикала үҙизоляциянан сығыуҙың икенсе баҫҡысына күсер өсөн етәкселек менән күҙәтеү органдары талаптары ғына аҙ, халыҡтың да яуаплылығы мөһим. Ябай һаҡланыу саралары ла сир йоҡтороу хәүефен ҡырҡа кәметә ала. Табип кәңәштәрен тыңлап, боронғоларҙың “күмәкләгән яу ҡайтарған”, тигән әйтемен хәтерләп, сирҙән һаҡланыу әмәлен күреү хәйерле. Һәр кем үҙ сәләмәтленә яуаплы ҡарап башҡалар һаулығын хәстәрләй ала.
Битлектәрҙән баш тартырға иртәрәк
Тулыраҡ: Битлектәрҙән баш тартырға иртәрәк