Битлек режимы мотлаҡ

Тулыраҡ: Битлек режимы мотлаҡ

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар 6 мең ярымға яҡынлаша. Бер тәүлектә республикала сирлеләр һаны 40-ҡа артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында. 4 мең 763 кеше һауыҡҡан. Тәүлек эсендә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар теркәлмәгән. Пандемия башланғандан алып Рәсәйҙә Ковид-19 йоҡтороуҙың 790 меңгә яҡын осрағы асыҡланған. Башҡортостанда битлек режимы һаҡлана. Йәмәғәт транспортында, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа, күп функциялы үҙәктәрҙә, магазиндарҙа, ябыҡ биналарҙа битлек кейеү мотлаҡ.