Битлек режимын көсәйтеү, дистанцион уҡыу, хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсереү һәм күләмле сараларҙы кисктереү. Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә пандемия сәбәпле күрелгән саралар тураһында хәбәр ителде. Көн ҡаҙағында – коронавирусҡа бәйле хәл-торош. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда 10 мең 956 кеше был ауырыуҙы кисергән. Тәүлек әйләнәһенә был күрһәткес яҡынса 90-ға артып тора. Республиканың ковид-госпиталдәрендә 226 пациент дауалана, уларҙың 193 ауыр хәлдә. Һаулыҡ һаҡлау министры хәбәр итеүенсә, республиканың медицина учреждениеларында коронавирус менән ауырыусыларға 4 мең 780 урын әҙерләнгән. Уларҙың 82 проценты буш түгел. Көсөргәнеште кәметер өсөн төбәк етәксеһе ауыр хәлдәге пациенттарҙы ғына дауаханаға һалыуҙы һораны. Әйткәндәй, Башҡортостанда айырым ҡатлам граждандарға республика бюджеты иҫәбенә коронавирустан дауаланыу өсөн дарыуҙарҙы бушлай биреү башланған. Уҙған аҙнала бындай ярҙамды 700-ҙән ашыу кеше алған. Пневмококк инфекцияһынан өҫтәмә вакциналар ҡайтарылған. Хәүеф төркөмөнә ҡарағандарға прививка һала башлағандар. Шулай ҙа, иң мөһиме профилактика һәм һаҡланыу саралалары. Битлек режимы буйынса рейдтарҙы көсәйтергә һәм тәртип боҙоусыларға протоколдар төҙөргә саҡырҙы төбәк етәксеһе. Был эште шәхсән күҙәтеп барасаҡмын тине, Радий Хәбиров. Башҡортостан башлығының тағы ла бер мөһим кәңәше – предприятиеларға һәм ойошмаларға хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсереү. Дәүләт һәм башҡа ведомстволар ҡарамағындағы учреждениелар өсөн был мотлаҡ талап. Санитар-эпидемиологик хәлгә ҡарап, 6-11 класс уҡыусыларын дистанцион уҡыуға күсереүҙәре ихтимал. Юғары уҡыу йорттарының беренсе һәм сығарылыш алды курстары студенттары ла дистанцион режимда уҡыуын дауам итә. Республика башлығы тәҡдиме буйынса, Башҡорт дәүләт медицина универиситеты студенттары табиптарға ярҙамға поликлиникаларға ебәрелә. Шулай итеп, төбәктә бөгөнгө көнгә 1 мең 277 ординатор эшкә урынлаштырылған, уларҙың 900 Өфөлә. 16 меңдән ашыу кеше медицина инспекторҙары өсөн ойошторолған махсус курстарҙы үткән. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең төбәк бүлексәһенең башҡарма комитеты еткәсеһе Рөстәм Әхмәҙинуров хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда эшләп килгән колл-үҙәктең эшмәкәрлеге киңәйтелгән. Медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль-психологик һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтелә башлаған. Үткән аҙнала уларҙан 15 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Шулай уҡ, ирекмәндәрҙең эше әүҙемләшкән. Коронавирус темаһын йомғаҡлап, Башҡортостан етәксеһе йәнә берҙе күләмле сараларҙы кәметергә, мөмкин булғанда бөтөнләй үткәрмәҫкә саҡырҙы. Һауа торошо яҡшы булыуға ҡарамаҫтан, көн тиҙҙән боҙолоуы ихтимал. Шуға Радий Хәбиров Транспорт министрлығын һәм муниципалитет етәкселәрен юл эштәрен тиҙерәк тамамларға саҡырҙы. Өҫтәүенә, аяныслы хәлдәрҙе иҫкәртеү йәһәтенән, водителдәргә һауа торошоноң үҙгәреүе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе мөмкин тиклем оператив рәүештә хәбәр итеүҙе һораны. Һыуыҡтар етеү менән кешеләр йылытыу приборҙарын әүҙем ҡуллана башлай. Янғын сығыу кеүек аяныслы хәлдәр булмаһын өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы комитетына ҡала һәм ауыл хакимиәте башлыҡтары менән бергә махсус комиссия ойоштороп, халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барырға һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙе тикшерергә ҡушты Радий Хәбиров. Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне. “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса 2019 беренсе, тәжрибәле йыл булһа, быйыл да элекке хаталарҙы ҡабатлау борсоуға һала, тине ул. Эштәрен сифатлы башҡармаған подрядсы ойошмалар менән хушлашырға кәрәклеген белдерҙе республика етәксеһе. Киләһе оператив кәңәшмәгә “Башҡорт ихаталары” программаһын буйынса йыл һөҙөмтәләре һәм киләһе йылға пландар тураһында доклад әҙерләргә ҡушты Радий Хәбиров. Әйткәндәй, пандемия сәбәпле финанс ярҙам күләме кәмей. Шуға 2021-гә планлаштырылған эштәрҙең күбеһе 2022-гә күсерелә.
Башҡортостанда битлек режимы көсәйтелә
Тулыраҡ: Башҡортостанда битлек режимы көсәйтелә