Башҡортостанда һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороуҙың 58 яңы осрағы теркәлгән. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 226 пациент стационарҙа һаулығын нығыта. 80 сирленең хәле — ҡәнәғәтләнерлек, 113-өнөң — уртаса, 33-ө — ауыр хәлдә. 1 мең 467 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Һуңғы тәүлектә 11 кеше һауығып сыҡҡан. Әйткәндәй, Башҡортостандан 55 табип коронавирус инфекцияһы менән көрәштә ярҙам итеү өсөн Ҡырғыҙстанға юллана. Табиптар бөгөн юлға сыға. Ҡырғыҙстанда әле коронавирусҡа бәйле хәл үтә лә ҡатмарлы булып ҡала. Меңдән ашыу кеше вафат булған. Быға тиклем табиптар төркөмө Амур өлкәһендә, Ҡарасәй-Черкес Республикаһында эшләп ҡайтҡайны.
Республикала битлек режимы һаҡлана
Тулыраҡ: Республикала битлек режимы һаҡлана