Радий Хәбиров тура эфирҙа һорауҙарға яуап бирҙе

Тулыраҡ: Радий Хәбиров тура эфирҙа һорауҙарға яуап бирҙе

Республика башлығы Радий Хәбиров тура эфирҙа хәбәрселәр һәм республика халҡы һорауҙарына яуап бирҙе. Матбуғат осрашыуын Башҡортостан 24, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Бөтә Өфө, Ютв, Сәләм телеканалдары тура эфирҙа күрһәтте. Радий Хәбировҡа һәр кем шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша ла һорау бирә алды. Радий Хабировтың ҙур матбуғат конференцияһы быйыл яңы бинала — республика менән идара итеү үҙәгендә уҙҙы. Бында тәүлек әйләнәһенә кешеләрҙең мөрәжәғәттәре ҡабул ителә. Тура бәйләнеш ваҡытында ла журналистарҙың ғына түгел, ә халыҡтың һорауҙарына ла ҙур иғтибар бирелде. Республикала йәшәүселәрҙе борсоған мәсьәләләр тураһында хәбәрҙар булыу — эшемдең бер өлөшө, тине Башҡортостан башлығы. Республика халҡы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һорауҙарын тура эфир мәлендә экрандағы куар-код аша һәм социаль селтәрҙәге сәхифәләрҙә ҡалдырып барҙы. Телефондан шылтыратыуҙар, видеобәйләнештәр ҙә ҡабул ителде. Тәүге һорау Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталдән яңғыраны. COVID-19 вирусына бәйле хәл республикала тотороҡло. Әгәр ҙә насарая башлаһа, өҫтәмә һаҡланыу саралары ҡабул ителәсәк. Ғөмүмән, ғәҙәти тормошҡа ҡайтыуҙың берҙән-бер юлы вакцинация, тине Радий Фәрит улы. Тура бәйләнеш алдынан видеоһорауҙар ҙа ҡабул ителде. Төрлө тематика буйынса 15 рубрика тупланған. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе тирә-яҡты төҙөкләндереүгә ҡағыла. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Өфөнөң парктары 2024 йылға яңы һулыш аласаҡ. Шулай уҡ, республиканың 22 район-ҡалаһында үҙәк майҙандар төҙөкләдереләсәк. Башҡалабыҙ урамдарынан 2021 йылдың аҙағына тиклем ПАЗ автобустар юғаласаҡ. Был турала Радий Хәбиров транспорт реформаһы тураһындағы һорауға яуап биргәндә әйтеп үтте. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһен үҫтереүгә ҡағылышлы һорауҙы хеҙмәттәшебеҙ, "Башҡортостан 24" телеканалы хәбәрсеһе Алина Каматова яңғыратты. Хәйбулла районы Әбеш ауылы советынан да Радий Хәбиров менән телефон аша тура бәйләнешкә сыҡтылар. Ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов әйтеүенсә, республика етәксеһе ҡушыуы буйынса бер аҙна эсендә мең ярым кешене үҙ эсенә индергән 7 ауылда кәрәҙле элемтә бәйләнешен булдырғандар. Радий Хәбиров, үҙ сиратында, урындағы халыҡҡа урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әйткәндәй, быйыл республикала 14 мең гектарҙан ашыу майҙанда 445 урман янғыны теркәлгән. Ялҡындың таралыуына юл ҡуймау һөҙөмтәһендә Башҡортостан биләмәләрендә әле янғындар тулыһынса һүндерелгән. Шулай уҡ, янғын хәүефе миҙгеленә өҫтәмә саралар әҙерләнеүе тураһында ла хәбәр итте Радий Фәрит улы. Матбуғат конференцияһында залдан башҡорт телендә лә һорау яңғыраны. Драматург һәм сценарист, республиканың Кинематографистар союзы етәксеһе Зөһрә Бураҡаева Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды.Халыҡты борсоған мәсьәләләр башлыса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, транспорт, аграр сәнәғәт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә ҡағылды. Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙғарылған сара дүрт сәғәттән ашыу дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә төбәк етәксеһе 50-гә яҡын һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҙур матбуғат конференцияһы республиканың төп киң мәғлүмәт сараларында, шул иҫәптән Башҡортостан 24 каналында да трансляцияланды. Тура бәйләнеш мәлендә 5 меңдән ашыу һорау ҡабул ителде. Бөтәһе лә эфирҙа яңғырамаһа ла, уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.