Барлыҡ социаль йөкләмәләр үтәләсәк

Йыл аҙағына барлыҡ социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн республикның бөтә мөмкинлектәре бар.
Барлыҡ социаль йөкләмәләр үтәләсәк
Был турала Радий Хәбиров тура бәйләнеш ваҡытында белдерҙе. "Беҙ аныҡ һандарға таянабыҙ, ниндәйҙер насар күрһәткестәр өсөн нигеҙ юҡ",- тине республика башлығы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ошондай ауыр шарттар булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың барлыҡ макроиҡтисади күрһәткестәре һәйбәт. Һуңғы алты йылда республикала тотороҡло үҫеш күҙәтелә, тине Радий Хәбиров.