Халыҡҡа һорауҙар биреү мөмкинлеге Ишембай, Күмертау, Яңауылда, Учалылағы студияларҙа булдырылғайны. Мөрәжәғәттәр тәү сиратта спорт өлкәһе, юлдарға бәйле ине. Ишембайҙар, мәҫәлән, ҡалала сатраш, йәғни, шашка уйыны үҙәген асыу кәрәклеген белдерә. "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стендын ҡуйыу ҙа Ишембай тарихы өсөн әһәмиәтле ваҡиға.
Тура эфирға - тура эфирҙан
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура эфирҙағы әңгәмәгә быйыл урындағы телевизион студиялар ҡушылды.







