Киләһе ял көндәрендә Башҡортостанда һауа торошо артыҡ үҙгәрмәй. Башгидрометүҙәктең сайтында тәүлектең уртаса температураһы норманан 2-3 градусҡа түбәнерәк була, тиелә. Һауа торошо белгестәре республикала көндәрҙең сентябрҙең аҙаҡҡы ун көнлөгөнә хас һалҡын булырын күҙаллай.
Шәмбе төндә һауа температураһы 1-6 градус йылы. Урыны менән нолдән биш градусҡа тиклем һыуытып ҡырау төшәсәк. Көндөҙ 9-14 градусҡаса йылыта. Төнъяҡ-көнбайыштан талғын ел иҫә.
Йәкшәмбе, 12 сентябрҙә төндә бер-алты градус йылы, көндөҙ термометр бағанаһы 11-16 градусҡа тиклем күтәрелә. Ел төнъяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан талғын.
Ял көндәре ямғырлы булыр, тип көтөлә. 11 сентябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында көслө ямғырҙар яуыуы күҙалана. Йәкшәмбе, 12 сентябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй, Көндөҙ төнъяҡ-көнсығышта бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.
Башгидрометүҙәктә киләһе аҙнаның башында көндәрҙең бер аҙ йылыныуын көтәләр. Ул ваҡытҡа сентябрҙең уртаса тәүлек температураһы ҡәҙимге күрһәткестәренә яҡынлашасаҡ.