Импортҡа алмаш тауар һәм ризыҡ етештереү ҡулдан киләме? Был эштә республика фермерҙары, ярҙамсыл шәхси хужалыҡтар нисегерәк ҡатнаша? Башҡортостан ит-йәшелсә ризыҡтарын үҙенә етерлек, хатта ситкә һатыу өсөн дә үҫтереп өлгөртә алырмы?
Һорауҙарға яуапты бөгөн, шишәмбе, 29-сы мартта «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында барған «Өфө уттары» тапшырыуында ауыл хужалығы фәндәре докторы, Илеш районының Рәзил Мусин исемендәге хужалыҡ етәксеһе Зифҡәт Сәйетғәлиев һәм иҡтисад белгесе Наил Мырҙагилдин менән бергә эҙләйбеҙ.
Әңгәмә Өфө ваҡыты менән 20 сәғәт 10 минутта башлана.
Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33
Яҙма хәбәрҙәр өсөн («Whatsapp»): 8-919-617-96-41