Көҙ – йәмғиәтебеҙ өсөн яуаплы ла, йәмле лә осор. Мәҙәниәт усаҡтары ижад миҙгелен аса, артистар, музыканттар, композиторҙар ҙа алтын көҙ һулышын тойоп, яңы әҫәрҙәр ижад итә, гастролдәргә сыға, тыңлаусы-тамашасыларын һөйөндөрә.
Шундай илһамлы ижадсыларҙың береһе "Өфө уттары"нда ҡунаҡта буласаҡ. Йырсы, юрист Рәмил Урманшин менән әңгәмә16-сы сентябрҙә, 20 сәғәт 10 минутта, "Рәсәй Башҡортостан" радиоһы һәм "Башҡортостан 24" телеканалында эфирға сыға.