«Өфө уттары» 31 мартта: беренсе мөхәббәт хаҡында хәтирәләрҙе барлайбыҙ

Бөгөн, 31 мартта, «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында «Өфө уттары» тапшырыуын тыңлап, хәтирәләргә ҡайтырға саҡырабыҙ.

Бөгөн, 31 мартта, «Рәсәй-Башҡортостан» радиоһында «Өфө уттары» тапшырыуын тыңлап, хәтирәләргә ҡайтырға саҡырабыҙ.

Беренсе мөхәббәт-ул иң көслө, иң саф тойғо. Унһыҙ был донъяла матурлыҡ та, бәхет тә булмаҫ ине. Беренсе мөхәббәт онотоламы икән? Һеҙ тәүге мөхәббәтегеҙ менән ҡулға-ҡул тотоношоп тормош юлынан бергә атлайһығыҙмы? Әгәр ҙә ваҡытты ҡайтарып булһа, тәүге мөхәббәтегеҙгә нимә әйтер инегеҙ? «Өфө уттары»ның бөгөнгө сығарылышында тап ошондай һорауҙар яңғыраясаҡ.

Программаны Өфөлә 89,5 FM йышлығында тыңларға, «Башҡортостан 24» каналында ҡарарға мөмкин.

Тапшырыу Өфө ваҡыты менән 20 сәғәт 10 минутта башлана.

Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33

Яҙма хәбәрҙәр өсөн («Whatsapp»): 8-919-617-96-41