Форумда 500-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Улар коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре рәйестәре, муниципалитет вәкилдәре.
«Баҡсасылар форумы беҙгә бик кәрәк. Хәҙер уларға ярҙам күрһәтеү мөһим. Беҙгә осрашырға һәм уларҙы борсоған проблемаларҙы тағы бер тапҡыр ишетергә кәрәк. Аңлашыла, юлдар, электр, һыу... Әммә хәҙер баҡсасылыҡ темаһы көнүҙәк, форум бик файҙалы булыр тип уйлайым. Халыҡ был мәсьәләләр менән әүҙемерәк шөғөлләнергә тейеш», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Форумдың эшлекле программаһының төп ваҡиғаһы — федераль һәм төбәк эксперттары ҡатнашлығында «Баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү йүнәлештәре» пленар ултырышы.
Ике көн дауамында түңәрәк өҫтәлдәрҙә баҡсасылыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү күҙаллана. Баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереүҙең хоҡуҡи аспекттары, инфраструктура, һанлаштырыу, хәүефһеҙлек һәм башҡалар.
Шулай уҡ форум көндәрендә Конгресс-холл янындағы майҙанда орлоҡтар, баҡса йыһаздары, үҫентеләр һәм ашламалар күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола.