«Өфө уттары» 16 май: «Ҡорос» халыҡ театры тамашасыларын яңы спектакль менән ҡыуандырҙы

«Ҡорос» халыҡ театры тамашасыларын яңы спектакль менән ҡыуандырҙы.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләп килгән «Ҡорос» халыҡ театры яңы тамаша әҙерләп, тамашасыны хөкөмөнә сығарҙы. Ул бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған һәм документаль мәғлүмәттәргә таянып әҙерләнгән. Спектаклде университет сәхнәһенән тыш, республика ауыл-ҡалаларында күрһәтеү күҙаллана.

Барыһы хаҡында ентекләберәк, «Өфө уттары» тапшырыуы ҡунағы - спектаклде ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов бәйән итер.

Тапшырыу өфө ваҡыты менән 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

Студия менән тура бәйләнеш телефоны: 8 (347) 246-50-33

Яҙма хәбәрҙәр өсөн («Whatsapp»): 8-919-617-96-41