БДПУ-ң башҡорт филологияһы факультетына - 30 йыл

БДПУ-ң башҡорт филологияһы факультетына - 30 йыл

Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм камиллаштырыуҙа ниндәй ғилми тикшеренеүҙәр талап ителә, мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары етерлекме? Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә туған телде уҡытыуҙы нисек хәл итергә?

"Рәсәй-Башҡортостан радиоһы" һәм "Башҡортостан 24" телевизион каналында эфирға сыҡҡан "Иғтибар үҙәгендә" тапшырыуында һүҙ ошо хаҡта барасаҡ.

Студия ҡунағы — М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова.

Әйткәндәй, уҡыу йортонда башҡорт филологияһы факультетын ойоштороуға 30 йыл.

Тапшырыу Өфө ваҡыты менән 13 сәғәт 22 минутта эфирға сыға.