Башҡорт аты

Башҡорт аты

Баймаҡ районы Граф күле янына “Башҡорт аты” фестивалендә Рәсәйҙең 20 төбәге һәм 4 ил ҡатнашты. Беҙҙең ижади төркөм дә фестивалгә барып ҡайтты. Ләйсән Тимербулатова репортажы.Башҡортостан һыбайлылары менән бергә Рязань, Силәбе, Пермь өлкәләре, Алтай, Ҡалмыҡ, Татарстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Саха-Яҡут Республикалары, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағыстандан ҡунаҡтар бер парадта үтә. Һәр кем үҙ флагы менән. Башҡортостан егеттәренең ҡулдарында республиканың, шулай уҡ бар донъяға танылыу алған башҡорт атлы кавалерия дивизияһының, Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальондарҙың әләмдәре. Фестивалгә килгән һәр кем башҡорт атының бындай иғтибарға лайыҡ булыуы тураһында һөйләй.Халыҡ сәхнә янында оҫта һыбайлылар, уҡсылар, көслө ир-егеттәр һәм сәхнә йондоҙҙары ҡатнашлығында тамаша ҡарай. Бер аҙ ситтәрәк көрәш, арҡан тартышыу һәм башҡа милли спорт төрҙәренән ярыштар бара.Ҡояш, ялан, аттар, ҡаҙы, ҡымыҙ...Милли ризыҡ яратыусыларға ҡымыҙсылар күргәҙмәһе хуш килде. Ҡымыҙҙы һыуһын ҡанып, эстәр күпкәнсе тәмләргә була ине. Бәйге тотоусы оҫталар һәр ҡунаҡты ихлас һыйланы. Ә эксперт комиссияһы кемдең ҡымыҙы иң сифатлы булыуын билдәләне.Былтыр ҡымыҙсылар республика конкурсында Әбйәлилдән Шәүрә Фәттәхова еңеү яулаһа, 16-сы тапҡыр үткәрелгән бәйгелә Учалылар беренсе, икенсе урында Әлшәйҙәр, Баймаҡтар — өсөнсө. Күргәҙмәлә ҡымыҙҙың ниндәйе генә юҡ: әсе, сөсө, ыҫланған, хатта майлы ҡымыҙ. Һуңғыһын тик Баймаҡ районы Ҡаратал ауылынан Мәрзиә һәм Йомағужа Хәсәновтар ғына әҙерләй. Бешеү серҙәрен бер кемгә сисмәй шуға күрә лә. Башҡорт тоҡомло иң яҡшы аттар күргәҙмәһе иғтибар үҙәгендә булды. Ҡәрҙәш республикаларҙан килгән ҡунаҡтар башҡорт аттарының да башҡа төрки халыҡтарының аттарына оҡшаш һыҙаттары булыуын билдәләне.Ҡайҙа ғына йөрөһә лә гел аты менән бергә булған башҡорт эйәр, йүгәндәрҙе йүнәтә лә белгән. Башҡорт аты фестиваленә төрлө райондарҙан ат егеү кәрәк-яраҡтарын эшләү оҫталары йыйылды. Ҡунаҡтарға улар үҙ серҙәрен асты. Күргәҙмәгә ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сыҡты. Серге эшләү ҡатын-ҡыҙ иңендә булған. Байрамда һыбайлы башҡорт ҡыҙҙарын да осраттыҡ. Һыбай йөрөү уларҙың ҡанында бар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла һыбай оҫта йөрөгән. Был осраҡта тәпәш кәүҙәле башҡорт аттары иң ҡулайлыһы.Әммә ат сабышына сығырға тик ҡыйыу егеттәр генә йөрьәт итте. Бәйге аттарҙың тоҡомона, арауыҡҡа ҡарап 8 өлөштә үтте. Оҙон бәйгелә 14 саҡырым дистанцияла беренсе булып 2-се һан аҫтындағы Турысай исемле туры ат килде. Хужаһы – Алмас Шөгөров. Алмас башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау буйынса әүҙем эш алып барыусылар рәтендә. Ул "Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фондын ойоштороусы ла. Төбәк етәксеһе Радий Фәрит улы еңеүсегә төп приз – автомобиль асҡыстарын тапшырҙы.Ә ылаҡ буйынса еңеүҙе Ҡаҙағыстан һыбайлылары алып ҡайтты. Уйында ҡатнашыу өсөн улар Аҡтүбәнән 10 ат алып килгән. 7 команда араһында еңеп финалда улар Баймаҡ ылаҡсылары менән уйнаны. Ҡаҙаҡ ҡороҡсолары ла иң оҫтаһы булып сыҡты. Тай-тулаҡ уйыны өсөн меңгегә өйрәтелмәгән башҡорт тоҡомло тайҙарҙы айырым кәртәгә бикләгәйнеләр. Бәйге шарты буйынса һыбайлы атты ҡороҡлап тоторға, менеп ауыҙлыҡларға һәм йүгән кейҙерергә тейеш. Фестиваль һөҙөмтәле булһын өсөн ҡымыҙ эшләү һәм башҡорт аттарын һаҡлау буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Унда ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты һәм тәжрибәләре менән уртаҡлашты.Радий Фәрит улы сығышында, Шүлгән таш мәмерйәһендәге аттар һүрәттәре башҡорттарҙың борондан йылҡысы булыуы тураһында һөйләй. Тоҡомдоң ассимиляцияһы энтузиастарҙы күптән борсой. Әгәр халыҡҡа оҡшаһа Башҡорт аты фестивален даими үткәрәбеҙ, тине һәм башҡорт аттарын һаҡлау программаһы фәнни яҡтан нигеҙләнергә тейеш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.Ҡалмыҡ Республикаһы башлығы Бату Хасиков йылҡысылыҡтың демографик хәлгә лә ыңғай йоғонто яһауы тураһында һөйләне. Фестиваль һуңында Башҡортостан һәм Ҡалмыҡ Республикалары хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни- ғәмәли һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.