Сыҙамлығы менән дан алған башҡорт аттарының ҡышҡы тибен ваҡыты башланды

Күптән түгел был тоҡомға юҡҡа сығыу хәүефе янай ине.
  • Сыҙамлығы менән дан алған башҡорт аттарының ҡышҡы тибен ваҡыты башланды

Бөгөн, йылҡысыларҙың һәм республика етәкселегенең ярҙамы менән башҡорт аты дәүләт һағы аҫтына алынды. Бөгөн ул Башҡортостаныбыҙҙың брендына әйләнде.

Өфөнән бер нисә тиҫтә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Оло Түләк ауылында урынлашҡан йылҡы малы ихатаһы — Башҡортостан ғорурлығы. Билдәле йылҡысы Хәсән Иҙиәтуллиндың ғаиләһе ғүмер буйы башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Хәҙер атаһының эшен улы Сәғитйән дауам итә.

Урман-баҫыуҙар аша үтеп, аттар өйөрө йөрөгән яҡҡа юл тоттоҡ. Был тоҡом иректә йәшәргә күнеккән, быуаттар буйына, кеше ҡулға эйәләштергәнгә тиклем, улар урал климатының ҡаты шарттарына яраҡлаша. Иҙиәтуллиндарҙың хужалығында мең ярымдан ашыу йылҡы малы иҫәпләнә. Сәғитйән үҙе лә нисә баш мал икәнлеген аныҡ ҡына белмәй.

Бер баш йылҡыға көнөнә яҡынса 10-15 килограмм үлән кәрәк. Өйөрҙө йәйен әҙерләнгән бесән менән генә туҡландырыу ауырға тура килер ине. Хәйер башҡорт тоҡомона был кәрәкмәй ҙә. Хайуандар ҡарҙы тояҡтары менән ярып – тибенлектә йөрөп үҙҙәре өсөн аҙыҡ таба.

Аттар ҡурсаулыҡтан ситкә сыҡмаһын өсөн, йылҡысылар хәйләгә бара. Баҫыуҙарҙа шәкәр етештереү ҡалдыҡтары менән мискәләр урынлашҡан. Өйөр ғәҙәти юл үтеп, көн һайын ошо татлы аҙыҡ тирәһенә йыйыла.

Тәбиғи шарттарҙа ҡырағай аттар тәүлек әйләнәһенә ашай. Эволюция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән май ҡатламы уларҙы ҡыуыҡтан, ел, ямғырҙан һаҡлай. Сәғитйән Иҙиәтуллин әйтеүенсә, хужалыҡтың төп маҡсаты — ғалимдар ҡыҙыҡһынған һирәк тоҡомло аттарҙы һаҡлау. ДНК-ны БОНН һәм кембридж университеттары ла өйрәнә. Шулай итеп, башҡорт аты республиканың ғына түгел, бөтә донъяның ҡаҙанышына әүерелде.

Йыл һайын Башҡорт йылҡысылығының тарихи үҙәге  — Баймаҡ районында — «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале үткәрелә. Ул ошо тармаҡты, ҡымыҙ етештереүҙе һәм уникаль тоҡомдо популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Аттар ярымҡырағай булыуға ҡарамаҫтан, улар өйрәтеүгә яраҡлашҡан. Төрлө конкурстар һәм уйындар менән үрелеп барған күләмле тамаша фәнни маҡсат менән дә үткәрелә. 2023 йылда Төбәктең «Башҡорт аты» бренды рәсми рәүештә патентланды. Ул хәҙер республикабыҙҙың төп брендтарының береһе.