1 сентябрҙән Рәсәй хөкүмәтенең 92-се һанлы күрһәтмәһе үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләүҙәр тулыһынса торлаҡ хужалары иңенә ята. Быға тиклем ОДН-ды йортта йәшәүселәр менән идарасы компания бүлешеп түләй ине. Хәҙер ул тулыһынса фатир хужалары кеҫәһенә төшә.
Сентябрҙән дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләүҙәр тулыһынса торлаҡ хужалары иңенә ята. Башҡортостанда бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк коммуналь түләүҙәргә бәйле яңы ҡанун үҙ көсөнә инде. Әгәр быға тиклем дөйөм йорт ихтыяжы нормалары артып китһә, уны идарасы ойошма түләй ине. Хәҙер фатирҙа йәшәүселәр кеҫәһенә төшә. Түләүҙәр тағы ла ҡиммәтләнерме һәм квитанцияларҙа хаҡтар артмаһын өсөн нимә эшләргә?
Был иртә Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ. 20 ҡатлы йортта коммуналь авария. Һыуыҡ һыу подвалды тултыра һәм тирә-яҡҡа аға башлай. Бер-нисә сәғәттән махсус хеҙмәттәр килеп, һыуҙы һүндерә һәм көнө буйына ремонт эштәре менән булыша. Людмила Мельникова белдереүенсә, ошондай хәлдәр йыш ҡына булып тора.
Бындай борсолоуҙар урынһыҙ, тип белдерәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Бөтә илдәге кеүек беҙҙә лә дөйөм йорт ихтыяжы өсөн киткән аҡсаны яңыса иҫәпләйҙәр. Ведомство ошо турала махсус белешмә лә әҙерләгән. Мәҫәлән, күп ҡатлы йортта махсус үлсәү ҡоролмалары булмаған осраҡта, фатир хужалары дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләүҙе дәүләт комитеты билдәләгән Тариф буйынса түләй. Әгәр инде йортта иҫәпләгес ҡуйылған икән, бында йәшәүселәргә өс вариант тәҡдим ителә. Беренсеһе — торлаҡ милекселәре шулай уҡ норматив буйынса түләй, яңы йылдан һуң айырма иҫәпләп сығарыла һәм йәшәүселәргә бүленә. Икенсеһе — дөйөм йорт ихтыяжы өсөн аҡсаны ҡулланылған уртаса айлыҡ күрһәткесе буйынса түләргә. Ә өсөнсөһө буйынса, кешеләргә йыйылыш уҙғарып, файҙаланылған өсөн ай һайын түләргә кәңәш ителә.
Эксперттар билдәләүенсә, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмәүселәрҙең бурысы ҡалғандарға бүленмәй. Ә коммуналь авария була ҡалһа, сығымдарҙы ресурс менән тәьмин итеүсе компания ҡайтарасаҡ, тик бының өсөн кисекмәҫтән акт төҙөргә кәрәк.
Дөйөм йорт ихтыяжы өсөн хаҡтар артмаһын өсөн белгестәр электр энергияһы һәм һыуға законһыҙ тоташтырылыусыларҙы асыҡларға тәҡдим итә. Шулай уҡ иҫәпләү ҡоролмалары күрһәткестәрен ваҡытында бирергә кәрәк. Бынан тыш, фатирҙа бер кеше теркәлеп тә бер-нисәү йәшәгән фатирҙарҙы ла әйтеп торорға саҡыралар. Яңы квитанциялар октябрҙә килә башлай.