Башҡортостан биләмәләренән арктик һауа массалары үтә. Синоптиктар аҙна дауамында ямғырлы һәм һалҡын булыуын фаразлай. Төндәрен айырым райондарҙа еңелсә туңдыра башлай. Көҙ быйыл үҙ ваҡыты менән килде һәм әбейҙәр сыуағы менән ҡыуандырмаясаҡ тип өҫтәй метеорологтар.
Көҙ тулы ҡеүәтендә үҙ хакимлығына инде
Календарь миҙгел менән бергә республикаға ямғырҙар ҙа килде.