Юбилей айҡанлы Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙының ғилми эштәренә арналған Фән Советы үтте. Медицина, фән өлкәһенә тос өлөш индереүсе замандаштарыбыҙҙың береһе. Ул 1975-се йылда Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтына эшкә килә, 17 йыл уның баш табибы вазифаһын башҡара, тәжрибәле табип бөгөнгө көндә лә сафта. Юбиляр 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡортостан телевидениеһында медицинаға арналған тәүге тапшырыу авторы һәм алып барыусыһы була, “Сәләмәтлек” телетапшырыуы 25 йыл зәңгәр экрандарҙа йәшәп килә.