Юбилей айҡанлы Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙының ғилми эштәренә арналған Фән Советы үтте. Хәбәрсебеҙ әбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова дауам итә.
Быға оҡшаш лайыҡлы һүҙҙәрҙе Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙы йыш ишетә. Бар ғүмерен медицина, фәнгә бағышлаған замандашыбыҙ быйыл 75 йәшлек юбилейын үткәрҙе. Ошо уңайҙан Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтында Фән советы үтте. Ултырышта Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙының медицина юлында башланғыс, фәнни эштәре тураһында һүҙ барҙы.
Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтында Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙы 17 йыл баш табип булып эшләгән. Әле ул баш ғилми хеҙмәткәр дәрәжәһендә. Ул нефтехимия сәнәғәтендә эшләүселәрҙең репродуктив һаулығын, ҡатын-ҡыҙҙарҙың дөйөм сәләмәтлеге, тыуасаҡ балаларҙың һаулығы, һөнәри ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең һөҙөмтәле сараларын эшләүгә арнап фәнни эштәр яҙа.
Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙы 300-н ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 монография авторы. Ул 1974-се-1999 йылдарҙа "Башҡортостан" ДТРК нда "Һаулыҡ" телетапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы булып та эшләгән. Әйткәндәй, уның улы ла медицина юлын һайлай.
Фән советында Мәхмүзә Ғәйнуллинаның бар фәнни эштәре һүҙгә алынды. Юбилейы менән тәбрикләргә һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә уның уҡыусылары, яҡындары, хеҙмәткәрҙәре йыйылғайны. Алыҫ араны яҡынайтып башҡа ҡала-райондан килеүселәр ҙә бихисап ине.