Башҡортостанда "Атайсал" проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла

Уның сиктәрендә республика район-ҡалаларында бихисап эштәр башҡарыла

Яңауыл районында проект сиктәрендә Социалистик хеҙмәт геройы Сабит Йәғәфәров исемендәге сквер асылған. Байғужа ауылы халҡы белдереүенсә, ауыл өсөн был оло ваҡиға. Проектың дөйөм хаҡы бер миллион ярым һум. Республика Башлығы тәҡдиме менән булдырылған үҙенсәлекле проект 2021 йылдың мартында старт алғайны. Уның сиктәрендә ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы шәхестәр яҡташтарына, бәләкәй Ватанына көнүҙәк проблемаларын хәл итергә ярҙам итә. Йыл ярым ваҡыт эсендә генә төбәктә барлығы ярты миллиард һумға меңләгән ғариза ҡабул ителгән.