Ул хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү маҡсатынан ойошторолдо. Йыйылған аҡсалар яҡташ һалдаттарға ярҙамға йүнәлтелә. Ижади сараны коллегабыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, алып барыусы Флүрә Мурзина ойошторҙо. Теманы хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова дауам итә.
Үтәш ауылы урамы буйлап аҡрын ғына үтеп барған ҡатын барлыҡ ауыл халҡының иғтибарын йәлеп итә. Ул ауылдаштарына бик яҡын. Легендар диктор Флүрә Мурзина. Ысынлап та, Флүрә Мурзина тыуған ауылы Үтәштә хәҙер инде һирәк ҡунаҡ, әммә уның тыуған яҡтарына ҡайтыуы һәр саҡ ҙур ваҡиғаға әйләнә, тыуған ауыл менән осрашыу һәр саҡ айырыуса йылы һәм ҡәҙерле ти, билдәле алып барыусы.Ауыл уртаһында урынлашҡан мәсеткә инде теүәл 10 йыл. Ҡасандыр, Флүрә Мурзина был мәсетте төҙөү башланғысы менән сыға.Бөтә ауыл ярҙамында төҙөлгән мәсеттән, хәҙер кеше өҙөлмәй. Әүҙем ауыл халҡы был юлы ла матур сараға — хәйриә концертына йыйына. Мәктәп автобусы, яҡын тирәләге ауылдарған мәктәп автобусы халыҡты ташый.
Әйткәндәй, хәйриә концертын да «Атайсал» республика проекты сиктәрендә Балаҡатай районының почетлы гражданы Флүрә Мурзина ойошторҙо. Концерт алдынан район хәҡимиәте башлығы Балаҡатай районындағы «хәрби туғанлыҡ» йәмәғәте ағзалары менән осрашты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәге бүлмәһе асылды. Балаҡатай районындағы «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә әүҙем ярҙам итә.Әлеге көндә махсус хәрби операцияла Балаҡатай районынан 225 егет ҡатнаша, 13 ауыл биләмәһендә 29 волонтерҙар штабы эш алып бара.
Әле район 44-се гуманитар ярҙам ебәрергә әҙерләнә. Тантаналы рәүештә Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондарының хәрби комиссары һәләк булған яугирҙарҙың әсәләренә батырлыҡ ордендары тапшырҙы. Хәйриә концерты ла яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсаты менән ойошторолдо. Район халҡы, билдәле яҡташтары Флүрә Мурзина ойошторған хәйриә концертында әүҙем ҡатнашты. Урындағы ижади коллективтарҙан тыш, Республикала билдәле булған йырсылар ҙа сығыш яһаны. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙы Балаҡатай халҡы дәррәү ҡаршы алды.
Билдәле йырсы һәм ҡурайсы Юнир Һағынбаевтың Балаҡатай районында тәүге сығышы. Шуға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ бик ихлас ҡаршы алды уны. Порпуляр йырсы Йәмил Баймырҙынды ла халыҡ йылы ҡабул итте, хатта ҡушылып йырланы.
Зал тултырып килгән тамашасы матур йырҙар тыңлап, бейеп, күңелле ял итеп ҡайтты. Хакимиәт башлығы барлыҡ ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға ярҙамсыллыҡ, изге күңеллелек һәм берҙәмлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
Беҙҙең телекомпанияның легендар дикторы йән өргән «Атайсал» проектына балаҡатайҙар дәррәү ҡушылды. Махсус хәрби операция барғанда район халҡының берләшеүе, үҙенең тыуған яғын онотмауы айырым мәғәнәгә эйә, тиелде был осрашыуҙа.







