Дүртөйлө районы Советы депутаты, Берҙәм Рәсәй фирҡәһе ағзаһы, урындағы фермер Альберт Дәүләтбаев бер нисә тапҡыр Атайсал- бәләкәй ватан республика проектының мөһим активистарының береһе булды. Яҡын арала уның ярҙамында район биләмәһендә тағы бер нисә объект асыу ҡарала. 40 йылдан ашыу Альберт Дәүләтбаев ауыл хужалығы менән генә түгел, ә үҙенең тыуған яғын яҡшыртыу эше менән дә әүҙем шөғөлләнә.Мәсеттәрҙе реконструкциялау һәм төҙөү, биләмәне төҙөкләндереү, белем биреү учережденияһын, фельдшер-акушерлыҡ пунктын ремонтлау, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөү, шулай уҡ ағастар ултыртыу буйынса проекттарҙа Альберт Дәүләтбаев әүҙем ҡатнаша. Шундай объекттарҙың береһе — Мәмәдәл ауылында емерелгән ауыл клубы урынында төҙөлгән мемориаль комплекс. Мемориалда Ҡайғырыусы әсә һәйкәле, бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙарҙың исемдәре яҙылған стелла, шулай уҡ мәңгелек ут инә. Мемориал комплекстың бер өлөшө-яңы аллея, ә уның янында балалар спорт майҙансығы төҙөлә. Шулай уҡ, Альберт Дәүләтбаев ярҙамында, Соҡҡол ауылында яңы объект барлыҡҡа килгән. Мәсет әргәһендәге шишмәне рәсми асыу 11 авгусҡа планлаштырылған .
Атайсал
Атайсал