Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнештә һөйләшеү сәләмәтлек тураһындағы һорауҙан башланды. Радий Хәбиров спорт йәрәхәте алғандан һуңғы хәлен ҡәҙимгесә, тип баһаланы.
- Тубыҡ һөйәгенә операция яһанылар. Реабилитация үтәм. Кәйеф һәйбәт, эш тәртибендә, — тине республика етәксеһе.
Социаль селтәрҙән алынған тәүге һорау ҙа спорт травмаһы менән бәйле – уны республика башлығына “Хоккейҙы ташларһығыҙмы”, тип ҡыҙыҡһыныусылар биргән. Радий Хәбиров “Ташламаҫҡа ине, — тип яуап бирҙе. Республика башлығы сәләмәтлеген тергеҙеү һөҙөмтәһенә ҡарап эш итәсәген һәм йәшкә ҡарамайынса һәр кем үҙенә яҡын спорт төрө менән шөғөлләнергә тейеш, тип белдерҙе.