"Өфө аэропорты" һатылмаясаҡ

Был турала Радий Хәбиров тура бәйләнеш ваҡытында белдерҙе
"Өфө аэропорты" һатылмаясаҡ
Республика башлығы билдәләүенсә, аэропортты һатығыҙ, тигән күп мөрәжәғәттәр булған. “Әммә йылына 2-3 миллиард һумлыҡ табыш килтергән предприятиены һатыу нигеҙһеҙ”-тине Радий Хәбиров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге минуттарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеште "Башҡортостан 24", "Рәсәй 24" телеканалдары эфирында күҙәтергә мөмкин. Эфирҙы "Башҡортостан 24" телеканалында төнгө 12-нән ҡабаттан ҡарарға мөмкин.