Республиканың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Ҡытайға 200 тонна бал оҙатыу тураһында килешкәйне. Уның беренсе партияһы – 5 тоннаһы Ҡытайға ебәрелде. Йүкә, сәскә һәм ҡарабойҙай балы ағас һәм быяла һауыттарға тултырылған. Улар ярылмай барып етһен өсөн махсус саралар күрелгән.Башҡорт балын Мысырҙа, Сәғүд Ғәрәбстанында, Японияла һәм алыҫ Америка Ҡушма штаттарында яратып ашайҙар. Пекинға 200 тонна бал һатыу республика ҡаҙнаһын бер-нисә миллион һумға тулыландырасаҡ.
Башҡорт балын-Ҡытайға
Тулыраҡ: Башҡорт балын-Ҡытайға