Рәсәй үҙенең эске эштәренә башҡаларҙы ҡыҫылдырмаясаҡ. Дәүләт башлығы Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә ошо турала белдерҙе.
“Коллектив Көнбайыштың Рәсәйҙе тарҡатыу маҡсаты бойомға ашмаясаҡ. Суверенлыҡты һаҡлау бөгөн төп бурыстарҙың береһе. Азатлыҡты яҡлауҙы төрлө дин вәкилдәре булған һалдаттар тора. Рәсәй үҙенең батырҙарын һәр саҡта иҫтә тота. Донбасстағы һуғышты беҙ башламаныҡ”-, тине дәүләт башлығы үҙ телмәрендә. Ил етәксеһе “Кинжал”, “Посейдон”, “Сармат”, “Буревестник” исемле ҡоралдарҙың һаҡта тороуы тураһында ла әйтте.