Унда республика башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры, "Белем" йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Вадим Захаров ҡатнашты. Ултырышта мәғариф эшмәкәрлеген үҫтереү, мәғариф һәм йәштәр проекттарына ярҙам итеү тураһында фекер алышынды. Республика башлығы билдәләүенсә, һәр кемдең белем алыуға хоҡуғы бар, тап белем миллионлаған кешене берләштерә. Ултырышта һөнәри белем биреүгә, фәнни белемде популярлаштырыуға һәм патриотик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән саралар тураһында ла һүҙ барҙы.
Рәсәй "Белем" йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең дөйөм йыйылышы үтте
Рәсәй "Белем" йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең дөйөм йыйылышы үтте