Рәсәйҙең иң яҡшы уҡсылары Өфөгә йыйылды

Баш ҡалала уҡ атыу буйынса Рәсәй беренселеге үтә.

Унда илдең 30-лаған төбәгенән 300-гә яҡын спортсы көс һынаша. Улар араһында Рәсәй, Европа һәм донъя чемпионаттары еңеүселәре бар. Башҡортостан данын Өфө, Мәләүез, Салауат һәм Бөрө ҡалаларынан 26 спортсы яҡлай.Ярышта ҡатнашыусылар 3 көн дауамында төрлө кваллификацияларҙа көслөнө асыҡланы. Бөгөн – финал. Иң мәргәндәр Европа беренселегендә Рәсәй исеменән сығыш яһау хоҡуғын ала.