Шөнгәккүлдәге Хисаметдиновтар инкубаторында бөгөн һандуғастар моңон бәпкә-себеш тауышы баҫҡан. Миҙгеленә ошонда сығарылған тиҫтәләрсә мең ҡош-ҡортто ҡараусыһы ғына түгел, ә һатып алыусыһы ла бар. Ауыл ерен уңғандар йәшәтә, ти хужалыҡ рәйесе Салауат Хисаметдинов. Тотош ферма төҙөр алдынан эшен бер инкубаторҙан ғына башлаған йүнсел хәҙер район ғына түгел, ә бәлки күрше өлкә-республикаларҙы ла ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ, күркә себештәре менән тәьмин итә. Шөңгәккүлдә үҙ эшен асҡан Хисаметдиновтар ауыл еренә үҙ аҡсаһын бүлгән инвесторҙар иҫәбенән. Бер-нисә кешегә хеҙмәт урындарын булдырған, бынан тыш, биләмәләге төрлө социаль сараларҙа улар әүҙем бағыусы.
Агросәнәғәт ныҡлы уйлауҙы, алдан күрә белеүҙе талап иткән өлкә. Унан да бигерәк, бәләкәй фермерлыҡ йәмғиәте сауҙаһы намыҫҡа ҡоролған. Һатылған һәр себеш, һәр бәпкә өсөн улар үҙҙәре яуап бирә. Һуңғы осорҙа ҡошсолоҡ тармағына янаған киҙеүгә Хисаметдиновтар ныҡ әҙерләнә. һәр бәпкәгә вакцинация яһау, һаҡлыҡ сараларын теүәл үтәү беренсе урында. Сифатлы йомортҡа артынан Рәсәй субьекттарына, Европа илдәренә сығырға ла тура килә. Тауыҡ йомортҡаһы Силәбенән ҡайтарылһа, ҡаҙ-күркәнекен Франция менән Канаданан һатып алалар. Һуңғыһына килгәндә, Шөнгәкүлдәге хужалыҡта урындағы тоҡомло ҡаҙҙарға өҫтөнлөк бирелә. Холмогор, һоро ҡаҙҙар һәм линдалар халыҡ араһында ышаныс яулаған ҡоштар иҫәбенән. Ҡошсолоҡ тармағындағы уңыш йылдар дауамындағы эш һөҙөмтәһе, ти Хисаметдиновтар.
Бөгөн сауҙа сифаты менән тәҡдим ителгән тауар ҙа бер урында булырға тейеш. Һатыусы килемле, һатып алыусы отолмаһын өсөн Шөнгәккүлдәге инкубатор хужалары ҡош-ҡорт өсөн ҡатнаш аҙыҡты хәҙер үҙендә етештерә. Башҡортостанда ҡошсолоҡ тармағын үҫтереүгә быйыл яңы программа ла бойомға ашырыласаҡ. Маҡсат – республиканы тауыҡ ите һәм йомортҡа менән тәьмин итеү өсөн өр-яңы 300 ферма асыу. Шөнгәккүл ауылындағы Хисаметдиновтар ҙа ошондай проектҡа инергә хыялана. Ул саҡта йәш ҡоштар аҫырау өсөн яңы ҡуралар төҙөргә лә, эш урындары булдырырға ла мөмкинлек тыуыр ине. Шөнгәккүлдә, Хисаметдиновтар етәкләгән инкубаторҙың маҡсаты — күләмде арттырыу менән сифатты һаҡлау. Хужалыҡ иһә ауылды үҙ итеп, ергә ереккән һәм ерҙән үҙ тырышлығы менән табыш алғандарға миҫал өлгөһө. Яҙ дауамы, йәй башына тиклем һатылған себеш-бәпкәләр күҙ йәме генә түгел, ә аңлағандарға килем дә.