Шифахана 100 йыллығын ҙур уңыштар менән ҡаршылай. Яңы етәкселек төҙөкләндереү эштәренә ең һыҙғанып тотонған.
Радий Хәбиров шулай уҡ Өфө-Ырымбур юлының Стәрлетамаҡ районы аша үткән 22 саҡырымлыҡ өлөшөндә дүрт һыҙатлы юл төҙөлөшөнә старт бирҙе. Ике йыл эсендә бында төҙөлөш монтаж эштәрен тамамлау ҡарала.






