Йәштәр бер аҙымға алдараҡ атлай

Өфөнөң фән һәм технологиялар университетының йәш ғалимдары төҙөлөш материалдарын гидроизоляциялау өсөн яңы төр шыйыҡса эшләй башлаған.

Өфө Фән һәм Технологиялар Университетының физик химия һәм химик экология кафедраһы нигеҙендә химия һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау институтының "Сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм медицина өсөн яңы функциональ материалдар дизайны" йәштәр ғилми лобораторияһы уңышлы эшләй. Лабораторияның маҡсаты — экологик яҡтан һөҙөмтәле ашламалар булдырыу. Наноүлсәмле көкөрт нигеҙендә төҙөлөш материалдарының хеҙмәт итеү ваҡытын күпкә арттырырға мөмкин. Лабораторияла эшләүселәр әйтеүенсә, был шыйыҡса дымлы бүлмәлә барлыҡҡа килгән күктән генә һаҡламай, шулай уҡ яраларҙы дауалау үҙенсәлектәренә лә эйә.

Лабораторияла эшләнгән Аква һәм Агро шыйыҡсалары күп кенә өлкәләрҙә ҡулланырға мөмкин. Агро шыйыҡсаһы ауыл хужалығында орлоҡтарҙың тамырҙары яҡшыраҡ шытып сыҡһын һәм уларҙы туҡландырыу өсөн ҡулланыла. Агро шыйыҡсаһы үҫемлектәр, ағастар өсөн ашлама булып тора, ағыуланған орлоҡтар һәм уларҙың үҫешен яҡшыртыу өсөн ҡулланыла. Ә Аква шыйыҡсаһы төҙөлөштә киң ҡулланыу табыр, тип ышана йәш ғалимдар. Ул бетонға бөтөнләй һыу үткәрмәй. Шулай уҡ аквастат менән йорттоң нигеҙен дә эшкәртергә мөмкин. Ул бетон нигеҙҙе дымдан һаҡлай һәм хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайта. Бының өсөн нигеҙҙе бер нисә тапҡыр эшкәртеү етә һәм киләһе 50 йыл дауамында дым тураһында бөтөнләй оноторға мөмкин, тип раҫлай ғалимдар.Лабораторияға Евразия фәнни белем биреү үҙәге матди яҡтан ярҙам итә. Әлегә унда алты хеҙмәткәр генә эшләй. Үҙенсәлектәре буйынса сит ил аналогтарынан уҙҙырып ебәргән шыйыҡса эшләүҙе маҡсат итеп алған йәш ғалимдар.