Һуңғы ике йылда Башҡортостанда 29 йәшкә тиклемге ғалимдар 40 кешегә артып 900-гә еткән

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика башлығы хәбәр итә.
  • Һуңғы ике йылда Башҡортостанда 29 йәшкә тиклемге ғалимдар 40 кешегә артып 900-гә еткән

Талантлы йәштәр фән һәм технологиялар үҫеше менән күберәк шөғөлләнгән һайын беҙҙең республика, илебеҙ ҙурыраҡ уңыштарға ирешәсәк. Беҙ быны бик яҡшы аңлайбыҙ һәм был өлкәгә иғтибарҙы көсәйтәбеҙ. Эштәр Рәсәй президенты иғлан иткән Фән һәм технологиялар унйыллығы сиктәрендә лә алып барыла. Студенттарҙың вуз-ара кампусы-төп майҙансыҡтарҙың береһе. Унда 24 лаборатория урынлашҡан. Хәҙерҙән үк бындағы фәнни эшләнмәләр медицинала, сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм башҡа бик күп өлкәләрҙә ғәмәлдә ҡулланыла. Беҙ йәш ғалимдарға һәм юғары мәктәп уҡытыусыларына торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итәбеҙ. Был маҡсатҡа биш йылда 133 кеше субсидия алған. 500-ҙән ашыу кеше Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең фәнни-белем биреү учреждениеларында белемен камиллаштырған. Тиҙҙән вуз-ара кампус төҙөлөшөнөң икенсе сираты тамамлана. Уны асыу республикаға йәш ғалимдарҙы күпләп йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк, тигән үҙ сәхифәһендә Радий Хәбиров.